Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноябрь 2022, 09:59

Бөгөн — Хөрмәтулла Үтәшевтың тыуған көнө

Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев 1959 йылдың 23 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районының Солтанғужа (хәҙер Таштуғай) ауылында тыуған. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Бөгөн — Хөрмәтулла Үтәшевтың тыуған көнө
Бөгөн — Хөрмәтулла Үтәшевтың тыуған көнө

Үтәшев Хөрмәтулла Ғаззали улы (23 ноябрь 1959 йыл) — актёр, режиссёр һәм театр эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1991 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ (2008) һәм атҡаҙанған (1998), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1995) һәм атҡаҙанған (1992) артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2002). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019).

Бала сағынан театр менән ҡыҙыҡһына, 4-се синыфтан алып дөйөм мәктәп байрамдарын алып барыусы була.

1986 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Ф. Т. Ҡасимова курсы), 2005 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идаралыҡ академияһын тамамлаған.

Институтты тамамлағас, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй: 1986—2000 йылдарҙа — актёр, 2000 йылдан — актёр һәм төп эшмәкәрлек буйынса директор. 2012 йылда директор вазифаһынан бушатыла

1991 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, 1991—2001 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта.

Хөрмәтулла Ғаззали улы 1995 йылда Салауат драма театрында «Маугли» спектаклен ҡуя (Р. Киплингтың «Книга джунглей» әҫәрен үҙе башҡорт теленә тәржемә итә), шулай уҡ «Ҡатынымдың исеме Морис» (Р. Шарт), «Алдан түләйем» (Н. М. Птушкина), «Бенжамент институты» (Р. Вальзерҙың «Якоб фон Гунтен» романы буйынса) пьесаларын башҡорт теленә тәржемә итә.

"Башҡорт Википедияһы."

Юлай Кәримовфотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: