Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ноябрь , 21:30

Тимеровтар һыҙҙыра

Күренекле йырсы Азамат Тимеров тәүгә улы Арыҫлан менән сәхнәгә сыҡты.

Тимеровтар һыҙҙыра
Тимеровтар һыҙҙыра

Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар – башҡорт эстрадаһында күптән танылыу яулаған, йыр сәнғәтенә тоғро хеҙмәт иткән күркәм пар. Уларҙың икеһенең дә үҙ моңо, үҙ тамашасыһы бар, йыл һайын йөкмәткеле концерт программаһы әҙерләп, йыр-моң һөйөүселәрҙе ҡыуандырып торалар.

Уларҙың улдары Урал менән Арыҫлан да ижад юлынан бармаҡсы. Уралды күптәр популяр бейеүсе булараҡ белһә, ә Арыҫлан үҙенең йырҙарын видеоға яҙҙырып үҙенең яҙылыусыларын ҡыуандыра.

Шуға ла бөгөн аталы-уллы Тимеровтарҙың бергә сәхнәгә сығыуына һоҡланырға ғына ҡала.

 
Видео: Гөлнур Ҡыуатова.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в