Ул «Әсәйҙәр әсәйҙәргә» акцияһына ярашлы үткәрелә, тип хәбәр итәләр Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан. Ведомство «МногодетОК» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы менән берлектә ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнгән Әсә көнө алдынан «Ғаилә изгелек бумерангы»н асты.
«Сара ире һәм атаһы өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылған ғаиләләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Хәҙер улар психологик ярҙамға ла, матди ярҙамға ла мохтаж», - тип билдәләнеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә. «Әсәйҙәр әсәйҙәргә» акцияһын ойоштороусылар республикала йәшәүселәрҙән мохтаж ғаиләләргә тапшырыу өсөн оҙайлы һаҡлауҙағы аҙыҡ-түлек, балалар аҙығы, салфеткалар һәм башҡа әйберҙәр ҡабул итә.
Әйберҙәрҙе ҡайҙа алып килергә? «Йәшлек House» (Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 86-сы йорт) һәм Өфөләге ғаилә хеҙмәттәренә. Был урындарҙа махсус контейнерҙар торасаҡ.
Ҡасан алып килергә мөмкин? 22 – 27 ноябрҙә иртәнге 9-ҙан киске 8-гә тиклем.
Иғтибарһыҙ ҡалмағыҙ, изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ.
Фото: Т. АМАНОВ.