Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ноябрь , 22:45

Илшат Яхин вафатынан һуң Йыл композиторы тип билдәләнде

Әлеге ваҡытта "Башҡортостан" дәүләт концерт залында йылдың иң матур, сағыу тамашаһы - "Юлдаш хит 2022" концерты бара. Унда йыл дауамында Юлдаш радиоһы ойошторған хит-парад еңеүселәре ҡатнаша.

Илшат Яхин вафатынан һуң Йыл композиторы тип билдәләнде
Илшат Яхин вафатынан һуң Йыл композиторы тип билдәләнде

Концерт барышында шулай уҡ башҡорт йыр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхестәр ҙә билдәләнә. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илшат Яхин вафатынан һуң Йыл композиторы тип билдәләнде. Махсус бүләкте Мәҙәниәт министры Әминә Шафикова уның ҡыҙы Азалия Диңгеҙбаеваға тапшырҙы. Ә Нефтекама дәүләт филармонияһы йырсыһы Сүриә Ғималова композиторҙың һуңғы ижад иткән йырын башҡарҙы

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас в