Яңауыл районы башлығы Илшат Вәзиғәтов хәбәр итеүенсә:
«Айрат Ғәлиханов үҙ аҡсаһына башҡорт батальондары өсөн ике УАЗ һәм ике ЗИЛ һатып алып автомунса эшләгән. Транспорт сараларын һатып алыу ике миллион һумға төшкән. Изге күңелле Айрат машиналарҙы күрше төбәктәрҙән тапҡан. Республикаға алып ҡайтҡас, техосмотр үткәрергә уйлаған. Айрат уларҙы үҙе йүнәткән, ти район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов.
«Шуныһы иғтибарға лайыҡ, һатыусылар уның ниндәй маҡсат менән автомобиль һатып алыуын белгәс, ысын күңелдән яҡшы ташламалар яһағандар. Ул үҙе лә үҙ ҡылығын ғәҙәти тип һанамай. «Еңеү эшенә индергән өлөшөм» — Айрат Рәвил улы үҙенең ярҙамын шулай атай. Ул шундай ярҙамсыл, аҡыллы, фиҙакәр, изге эштәр ҡылыусы ябай кеше».