Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ноябрь 2022, 16:30

Өфөлә урология һәм клиник онкология институты асылды

Баш ҡалала уникаль учреждение асылды.  

Өфөлә урология һәм клиник онкология институты асылды
Өфөлә урология һәм клиник онкология институты асылды

«Башҡорт дәүләт медицина университетында уникаль учреждение - Урология һәм клиник онкология институты асылды. Ул урология һәм яман шеш ауырыуҙарын дауалау алымдарын яңынан ҡарарға булышлыҡ итәсәк.

БДМУ клининкаһы базаһында урынлашҡан ғилми, белем биреү һәм дауалау үҙәге иң заманса ҡорамалдар һәм лабораториялар менән йыһазландырылған. Бында бер майҙансыҡта тәжрибәле табип-онкологтар, биологтар һәм генетиктар эшләйәсәк. Уларҙың хеҙмәттәшлеге сир сәбәптәрен теүәл билдәләргә һәм уны дөрөҫ дауаларға, иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп, кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк. 

Дөйөм онкология хаҡында ғына һүҙ бармай. Молекуляр генетика – бөтә ауырыуҙарҙың сәбәбен асыҡлауға асҡыс. Шуныһы мөһим, институтта БДМУ генетиктарынан тыш, башҡа вуздар вәкилдәре бында эшләйәсәк. Биологтар, инженерҙар, математиктар, физиктар беҙҙең медицинаға яңы ҡаҙаныштарға ирешергә ярҙам итәсәк. Ә бөгөн БДМУ-ға 90 йыл тулды. Коллективты һәм студенттарҙы ҡотлайым. Мотлаҡ үҙем барып ҡотлаясаҡмын», - тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: