Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ноябрь 2022, 16:13

Өфөлә БДМУ-ның кампусы асылды

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашты.

Өфөлә БДМУ-ның кампусы асылды
Өфөлә БДМУ-ның кампусы асылды

«Башҡорт дәүләт медицина университетының Төньяҡ кампусының тәүге бинаһын асыҡ. Ябай итеп әйткәндә, фитнес, уҡыу залдары, йыһаздары һәм башҡа уңайлыҡтары булған заманса ятаҡ. Уҡыуға һәм йәшәүгә кәрәкле бөтә нәмә бар.

Был дөрөҫ аҙым, тип иҫәпләйем. Заманса ятаҡ медицина университетыың имиджын ғына үҫтереп ҡалмаясаҡ, белем биреү сифатын да күтәрәсәк. Был башҡа ҡаланан килгән студенттарға уңайлы шарттарҙа йәшәрәг мөмкинлек бирәсәк.

Яңы ятаҡҡа йәшәргә күскән студенттарға кинәнеп йәшәүҙәрен һәм уҡыуҙарын теләйем. Планлаштырылған сроктарҙа бында медицина колледжын асырбыҙ тип ышанам», - тип яҙған Максим Забелин.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: