Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ноябрь 2022, 09:40

Бөгөн — Ғиниәтулла Ҡунафинға 76 йәш

Ғиниәт (Ғиниәтулла) Сафиулла улы Ҡунафин[1] 1946 йылдың 22 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Бөгөн  — Ғиниәтулла Ҡунафинға 76 йәш
Бөгөн — Ғиниәтулла Ҡунафинға 76 йәш

Ҡунафин Ғиниәтулла (Ғиниәт) Сафиулла улы  (22 ноябрь 1946 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2012), филология фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009) һәм атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019).

Ғиниәт (Ғиниәтулла) Сафиулла улы Ҡунафин 1946 йылдың 22 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. Урта мәҡтәпте тамамлағас, уҡытыусы булып эшләй, һуңынан «Йондоҙ» район гәзите хеҙмәтҡәре.

Әрме хеҙмәтен үткәс, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә һәм уны ҡыҙыл диплом менән тамамлай. 1973—1976 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы аспирантураһында уҡый. 1976—1981 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр, 1981—1999 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында өлкән уҡытыусы, артабан доцент һәм профессор.

Ҡунафин Ғ. С. университетта филология һәм журналистика факультетын асыуҙа әүҙем ҡатнаша, был факультеттың беренсе деканы була һәм артабан 10 йыл (1990—2000) ошо вазифаны уңышлы башҡара.

2000 йылдан башлап «Бөйөк Октябрь социалистик революцияһына тиклемге башҡорт әҙәбиәте» кафедраһын етәкләй. 1977 йылда кандидатлыҡ ә 1998 йылда —  «XIX быуат—XX быуаттар башында башҡорт поэзияһының жанр системаһы үҫеше» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

2019 йылдың 8 октябрендә, Республика көнө алдынан, Ғиниәт Ҡунафин Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.

 

"Башҡорт Википедияһы."

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: