Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь , 12:30

Серафимовка ябыҡ балалар интернаты тәрбиәләнеүсеһен табырға ярҙам итегеҙ!

16 йәшлек Марсель Ғәлиәкбәровты инде бер айға яҡын таба алмайҙар.

Серафимовка ябыҡ балалар интернаты тәрбиәләнеүсеһен табырға ярҙам итегеҙ!
Серафимовка ябыҡ балалар интернаты тәрбиәләнеүсеһен табырға ярҙам итегеҙ!

Башҡортостандың хоҡуҡ һаҡсылары 16 йәшлек Марсель Ғәлиәкбәровты эҙләй. Ул 24 октябрҙә Серафимовка ябыҡ балалар интернатынан билдәһеҙ йүнәлештә сығып киткән, йәғни ҡасҡан. Үҫмер Өфөлә булырға мөмкин, баш ҡалала рәсми рәүештә теркәлгән. 

Билдәләре: буйы 175 см, уртаса кәүҙәле. Көләпәрәле ҡара олимпийка, ҡара спорт салбары һәм ҡара көҙгө туфли.

Әгәр үҫмерҙе күреүселәр булһа, киләһе телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итегеҙ: +7 (347-82) 7-20-97, +7(34782)5-21-02.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в