Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь 2022, 13:08

Әминә Ивний ҡыҙына награда тапшырылды!

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың «Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүе хаҡында хәбәр иткәйнек.

Әминә Ивний ҡыҙына награда тапшырылды!
Әминә Ивний ҡыҙына награда тапшырылды!

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың «Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүе хаҡында хәбәр иткәйнек. Бөгөн оператив кәңәшмәлә Әминә Ивний ҡыҙына награданы республика Башлығы тапшырҙы.   

«Был награда - Башҡортостандың 15 мең мәҙәниәт хеҙмәткәренең хеҙмәтенә ихтирам билдәһе. Уңыштарыбыҙҙың күбеһенә һеҙҙең ярҙам менән өлгәштек, Радий Фәрит улы», -  тине Әминә Ивний ҡыҙы.

 Шулай уҡ дәүләт эшендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Ситуация үҙәгенең ике хеҙмәткәре - Алла Смертина һәм Булат Янбулатов БР Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: