Әммә уның һис шикһеҙ мәғрифәтселеккә хеҙмәт итеүе һәм уның хеҙмәттәре киләсәктә лә ҡулланыласағы бәхәсһеҙ. Милли йәштәр театрының был спектакле, үҙ сиратында, уның идеяларын асыу өсөн айырым майҙанға әйләнер.
Спектакль өҫтөндә автор, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы режиссер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов, композитор Вәсил Ғафаров, рәссам Рөстәм Баймөхәмәтов һәм ролдәрҙе башҡарасаҡ театр актерҙары эшләй. Премьера Башҡорт теле көнөнә – 14 декабргә планлаштырылған, тип хәбәр ебәрҙе театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Рәзилә Ырыҫҡужина.