Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь 2022, 12:25

Ике балаһын янған йорттан сығарып һәләк булған

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Стәрлетамаҡ районындағы янғында ике сабыйын ҡотҡарып һәләк булған атайҙы бүләкләргә ҡушты.

Ике балаһын янған йорттан сығарып һәләк булған
Ике балаһын янған йорттан сығарып һәләк булған

«Ҡот осҡос фажиғә. Ҡайғыларын уртаҡлашам. Ике бала етем ҡалды, быны контролгә алығыҙ. Уларға ярҙам итәсәкбеҙ. Атайҙы һәләк булғандан һуң наградалайыҡ, ул геройҙарса һәләк булған. Бик йәл. Малайҙар атайҙарының батырлығын белеп үҫһен», - тип белдерҙе Радий Хәбиров.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: