Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь 2022, 08:30

Өфөлә ейәнсуралар осрашасаҡ

2 декабрҙә «Химик» мәҙәниәт һарайында Ейәнсура районында тыуып үҫеп, республикабыҙҙың баш ҡалаһында йәшәүселәрҙең  осрашыуы үтәсәк. Уны «Ейәнсура» яҡташтар ойошмаһы һәм Ейәнсура районы хакимиәте ойоштора.

Өфөлә ейәнсуралар осрашасаҡ
Өфөлә ейәнсуралар осрашасаҡ

Унда Ейәнсурала етештерелгән тауарҙар күргәҙмәһе ҡуйыласаҡ, район хакимиәте вәкилдәре менән осрашыу, концерт көтөлә. Осрашыуҙа билдәле яҡташтарыбыҙ Фәрит Иҙрисов, Рәсүл Ҡарабулатов, Лилиә Ишемйәрова, Заһир Иҫәнсурин, Артур Ғайсаров, Алина Дәүләтханова, Роберт Хәмиҙуллин һәм Зәйнетдин ҡатнаша. Барыһы ла бер көндә, бер сәхнәлә!

Көндөҙгө икелә күрше район студенттары  араһында волейбол ярышы үтә. Рәхим итегеҙ!

Белешмә өсөн телефон: 8 937 341 8230.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас