Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 13 процентҡа үҫкән. Экспорт күләме 17,1 процентҡа күтәрелгән, ә импорт, киреһенсә, 1 процентҡа төшкән. Ошо хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров һөйләне.
«Эш яҡшы ойошторолған, беҙ яңы партнерҙар эҙләйбеҙ. Тышҡы сауҙа әйләнеше буйынса беренсе унлыҡта — Ҡытай, Ҡаҙағстан, Латвия, Нидерландтар, Беларусь, Һиндостан, Төркиә, Финляндия, Германия, Үзбәкстан. Ошоларҙың бишәүһе менән беҙ тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, тағы ла ҠНДР менән хеҙмәттәшлекте нығытырға кәрәк. Ғөмүмән, беҙ дөрөҫ йүнәлештә барабыҙ», — тине Радий Хәбиров.