Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь , 13:43

Башҡортостан предприятиеһы ҙур быялалар етештерә башлаған

Был хаҡта оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров һөйләне.

Башҡортостан предприятиеһы ҙур быялалар етештерә башлаған
Башҡортостан предприятиеһы ҙур быялалар етештерә башлаған

«Салаватстекло» предприятиеһы ҙур үлсәмдәрҙә быяла етештерә башлаған. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров һөйләне.

«Беҙҙә быяла етештереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы предприятиеларының береһе. Уның акционерҙарына, етәкселәренә рәхмәтдемен, улар бер урында тормай, ойошманы яңырта», - тине Радий Хәбиров.

Шуныһы ҡыҙыҡлы, яңы продукцияны етештереү Быяла сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөндә башланған. Предприятие «мейесте» эшләтеп ҡараған, бер айҙан конвейерҙан тәүге продукция сығасаҡ: ҙур 12 метр оҙонлоҡтағы быяла. Проектҡа 3,6 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Рәсәйҙә әлегә бындай производство булғаны юҡ.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в