Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь 2022, 16:21

Башҡортостан ит етештереү буйынса бишенсе урынға күтәрелгән

Башҡортостан ун айҙа 101,9 миллиард һумға ит продукцияһы етештергән.

Башҡортостан ит етештереү буйынса бишенсе урынға күтәрелгән
Башҡортостан ит етештереү буйынса бишенсе урынға күтәрелгән

Башҡортостан ун айҙа 101,9 миллиард һумға ит продукцияһы етештергән, был - бөтә ауыл хужалығы продукцияһының 47 проценты. Рәсәйҙең 89 төбәге араһында беҙҙең малсылыҡ тармағы бишенсе урында биләй, тип белдерҙе Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Былтырғы ҡоролоҡтоң ауыр эҙемтәләренә ҡарамаҫтан, быйыл ауыл хужалығы тауарҙары производствоһы йылдам үҫә. Әйтәйек, тауар һөтөнөң күләме 643 мең тонна тәшкил иткән, был уҙған йылғы кимәлдән 100,2 процентҡа юғарыраҡ. План 83 процентҡа үтәлгән.

Ун айҙа ауыл хужалығы ойошмалары һәм фермер хужалыҡтары 227 мең тонна һыйыр һәм ҡош ите етештергән, уҙған йылға ҡарағанда 13 процентҡа юғарыраҡ. Ыңғай динамика йомортҡа етештереүҙә лә күҙәтелә. Дөйөм 790 миллион йомортҡа етештерелгән, былтырғы йылға ҡарағанда 0,4 процентҡа артығыраҡ. Йыл аҙағына тиклем мал һанын 890 мең башҡа тиклем арттырыу ҙа күҙаллана.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: