Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь 2022, 16:35

«Бәлки, миңә йышыраҡ ауырырға кәрәктер?»

Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә нимә тип шаяртҡан?

«Бәлки, миңә йышыраҡ ауырырға кәрәктер?»
«Бәлки, миңә йышыраҡ ауырырға кәрәктер?»

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн оператив кәңәшмәлә туризм тармағын маҡтап телгә алды.

— Мин уйлап ҡуйҙым, бәлки, миңә йышыраҡ ауырырға кәрәктер, мин эштә булмағайным, ҙур еңеүгә өлгәшкәнһегеҙ, — тип шаяртты ул Башҡортостандың туристик проекттарының еңеүенә ҡарата.

Үткән аҙнала Түбәнге Новгород ҡалаһында үткән Russian Event Awards фестивалендә иң күп призды Башҡортостан яулағайны. Атап әйткәндә, Стәрлетамаҡта уҙған «Купец» фестивале иң яҡшы туристик сара тип табылды. Шулай уҡ республикабыҙҙың туризм үҙәге илдә иң яҡшыһы тип билдәләнде.

— Беҙҙең дөйөм көстәр менән туризм яңы һулыш алды һәм үҫешә башланы, — тине республика етәксеһе.
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: