Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә йәшәүсе Гөлназ Арыҫланова 15 ноябрҙә төндә юғала. Ул ата-әсәһенә лә, балаһына ла бер ни әйтмәй төнгө сәғәт дүрт тирәһендә такси менән билдәһеҙ йүнәлештә сығып китә.
Иртән ул эшкә бармай, ә телефоны бәйләнештән юғала. Киске сәғәт алтыларҙа Гөлназдың телефонынан һеңлеһенә шылтыратыу килә, әммә ул трубканы алып өлгөрмәй. Башҡаса абонент бәйләнешкә сыҡмай.
17 ноябрҙә Гөлназ Арыҫланованың һеңлеһе аяныслы хәбәр еткерҙе.
– Гөлназ арабыҙҙа юҡ. Кисә уны төнгө сәғәт ун бер тирәһендә таптылар. Минең ваҡиға хаҡында һөйләргә хәлемдән килмәй. Шуны ғына яҙам – эш таксиҙа түгел, – тип яҙғайны мәрхүмәнең һеңлеһе.
Гөлназ Арыҫланованың туғаны «Комсомолка»ға һөйләүенсә, мәрхүмә быға тиклем шикле егет менән осрашҡан булған.
– Ул СВО-ға китергә йөрөй ине шикелле. Һуңынан ике аҙнаға юғалды.
РФ Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 34 йәшлек ҡатын Өфөнөң Киров районындағы бер фатирҙа табылған.
– Ҡатындың кәүҙәһен табыу осрағы буйынса тикшереү үткәрелә, ваҡиға урыны ҡаралды, суд-медицина экспертиза тәғәйенләнде. Һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк, – тип хәбәр итә Тәфтиш комитеты.