47 йәшлек билдәле спортсы, самбо буйынса донъя чемпионы Венер Ғәлиев йәнә рингҡа сыҡты. Был юлы башҡорт батыры менән Бразилиянан 28 йәшлек Дэнис Сильва бил һынашты.
Күптән инде әсе телдәр Венер Ғәлиевты пенсияға ебәрергә маташһа ла, ул бирешмәй һәм йәнә үҙен илдең иң тәжрибәле көрәшселәренең береһе итеп танытты. Тәүге ике раундты ышаныслы еңеп барғанда яҡташыбыҙҙың маңлайы йыртылып, ҡаны йылға булып ағырғат тотондо. Табиптар алышты бер нисә минутҡа туҡтатып, яраны ямарға маташты. Өсөнсө раунд башланыу менән яра йәнә ҡанһырай башланы. Әммә башҡорт батыры бирешә буламы инде? Аҙағынаса көрәште һәм еңеү яуланы.
Афарин!