Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ноябрь 2022, 10:15

Ата-әсәләр иғтибарына!

Быйылғы көҙгө призыв тураһында мөһим һорауҙарға яуаптар - сайтта

Ата-әсәләр иғтибарына!
Ата-әсәләр иғтибарына!

Ата-әсәләр, күршеләр йәки телефон аша хәрби комиссариатҡа саҡырыу тураһында повестка тапшыра алалармы? 

Юҡ. Повестканы хәрби комиссариат, хеҙмәткә саҡырылыусы уҡыған йәки эшләгән уҡыу йорто йәки компания хеҙмәткәрҙәре тапшырырға тейеш. Иң мөһиме, улар быны шәхсән үҙҙәре эшләргә һәм ҡултамға ҡуйҙыртырға тейеш. 

Хәрби хеҙмәт үтеү мотлаҡмы? 

Эйе, Ватанды һаҡлау - Рәсәй Федерацияһы гражданының бурысы. Әммә хәрби хеҙмәт үтеү граждандың инаныуҙарына йәки диненә ҡаршы килһә, уны альтернатив хеҙмәт менән алмаштырырға мөмкин (Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 59-сы статьяһы https://vk.cc/c8WsUW) 

Хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһы нимә менән шөғөлләнә? 

 Ул медицина комиссияһы (https://vk.cc/ciE1HJ), шулай уҡ профессиональ психологик һайлап алыу ойоштора, шунан һуң түбәндәге ҡарарҙарҙың береһен ҡабул итә: 

- хәрби хеҙмәткә саҡыра; 

- альтернатив хеҙмәткә ебәрә; 

- кисектереү бирә; 

- хеҙмәткә саҡырыуҙан азат итә; 

- запасҡа ҡуя; 

- хәрби бурысты үтәүҙән азат итә. 

Ниндәй сәбәптәр нигеҙендә хеҙмәткә саҡырыу кисектерелә? 

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы уҡыһа, һаулыҡ торошо буйынса ваҡытлыса яраҡһыҙ булһа, яҡындарын тәрбиәләһә, кәм тигәндә ике бала тәрбиәләһә йәки бәлиғ булмаған ҡустыһын йә һеңлеһен тәрбиәләһә, хеҙмәткә саҡырыу кисектерелә. 

Тулы исемлек менән һылтанма буйынса үтеп танышырға мөмкин: https://vk.cc/ciL2tw 

Ниндәй сирҙәр менән хәрби хеҙмәткә алмайҙар? 

Өсөнсө дәрәжә яҫы табанлылыҡ һәм тән ауырлығы 45 килограмдан кәмерәк булған осраҡта. Ысынында иһә, ауырыуҙар исемлеге күпкә ҙурыраҡ, сөнки армияға сәләмәт хәрбиҙәр кәрәк. Хеҙмәткә саҡырыуҙан азат итеүгә йәки уның кисектерелеүенә нигеҙ булған барлыҡ сирҙәр ошонда һанап үтелгән: https://vk.cc/cgZVdj 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: