«Беләһегеҙ, был Башҡортостандан өсөнсө батальон. Ҡалған икәүһе, Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге, бер нисә ай инде алғы һыҙыҡта тыуған илебеҙҙе һаҡлай.
СВО-ға юлланыр алдынан белемдәрен яңырта, яңыларын өйрәнә, иртәнән кискә тиклем физик формаһын нығыта. Был эштә уларға инструкторҙар ярҙам итә – округтағы иң яҡшы белгестәр, улар ҙур теләк менән тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
Республика тулыһынса батальонды матди-техник яҡтан тәьмин итә. Уларҙың бурысы – хәрби әҙерлекте уңышлы үтеү һәм СВО-ға әҙер булыу.