Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноябрь 2022, 11:42

Ғаилә башлығы - таксист, әсә сабыйҙар менән шөғөлләнгән

Ә 2022 йылды татыу күп балалы ғаилә ошолай ҡаршы алған булған.

Ғаилә башлығы - таксист, әсә сабыйҙар менән шөғөлләнгән
Ғаилә башлығы - таксист, әсә сабыйҙар менән шөғөлләнгән

Ике фатирлы кирбес йортто ут ялмаған мәлдә өйҙә туғыҙ кеше була. Иң тәүҙә ялҡын-утты ғаилә башлығы абайлап ҡала. Ул балаларын тышҡа ташый башлай. Иң тәүҙә биш йәшлек игеҙәктәр Богдан менән Арыҫланды сығарып ярҙамға йүгереп килгән күршеләренә тапшыра. Тик кире инеүгә ут бөтә йортто ялмап алған була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡалған биш балаға һәм ата-әсәгә янған өйҙән сығыу мөмкин булмай.

Һәләк булыусыларҙың шәхесе асыҡланған:

Морат Артиков, 46 йәш.

Нина Лукьянова, 45 йәш.

Николай Артиков, 21 йәш.

Иван, 13 йәш.

Руслан, 10 йәш.

Ян, 6 йәш.

Павел, 5 йәш.

Әлеге ваҡытта иҫән ҡалған малайҙар табип күҙәтеүе аҫтында. Уларҙың хәле еңелсә ауырлыҡта тип баһалана. Сабыйҙар ныҡ ҡурҡҡан һәм әле һаман ни булғанын аңлап етмәй. Ғаилә яҡшы иҫәптә булған, учетта тормаған. Атай кеше шәхси компанияла таксист булып эшләгән, әсә балалыр менән шөғөлләнгән. Тәрбиәгә алынған дүрт бала ғәрип булған.

МЧС тәүтикшереүселәре фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: