Закон проекты буйынса 2022 йылға транспорт һалымынан ДНР, ЛНР, Херсон һәм Запороже өлкәләрендә, Украина биләмәһендә барған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар (ҡатнашҡандар) азат ителә. Был өлөшләтә мобилизация ҡағылған ир-егеттәрҙең ғаиләләре йәки уларҙың ғаилә ағзаларына ла ҡағыла.
– Льгота будет предоставляться на одно транспортное средства каждого вида: по мотоциклам, мотороллерам, автомобилям легковым, автомобилям грузовым, по другим самоходным транспортным средствам, машинам и механизмам на пневматическом и гусеничном ходу независимо от мощности двигателя и возраста транспортного средства, – тип аңлатып үтте вице-премьер - төбәктең финанс министры Лира Иғтисамова.
Ғаилә ағзалары тип ЗАГС буйынса законлы ҡатын (йәки ир), өйләнмәгән осраҡта - атай йәки әсәй һанала.