Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноябрь 2022, 16:48

СВО тураһында документаль фильмдар төшөрөлә

РФ Мәҙәниәт министрлығы етди эшкә тотонорға ниәтләй.

СВО тураһында документаль фильмдар төшөрөлә
СВО тураһында документаль фильмдар төшөрөлә

РФ Мәҙәниәт министрлығы «Фонд Кинопрокат» проекты буйынса махсус хәрби операция тураһында документаль фильмдарҙы прокатҡа бирә башлаясаҡ. Был «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла.

«Кино фонды менән яңы проект башлайбыҙ – «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында яңыртылған кинозалдарҙа СВО тураһында фильмдар күрһәтәсәкбеҙ» - тип белдергән Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова.

«Фонд Кинопрокат» проекты 2019 йылдан алып эшләй. Ул 500 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларҙа кинозалдарҙы яңыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя. 2022 йылдан проект киңәйтелде, хәҙер теләһә ниндәй кинотеатр һәм кинозал яңыртылырға мөмкин.

Бынан алда Мәҙәниәт министрлығы хәҙерге заман тарихы буйынса кинопроекттар конкурсы үткәргәйне. Авторҙар СВО, Донбасс тарихы һәм ватандаштарыбыҙҙың батырлығыт тураһындағы проекттарын тәҡдим итте. Иң уңышлылары буйынса буйынса кино төшөрөлгән. 2023 йылда ла был эш дауам итәсәк.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: