Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноября 2022, 12:07

Башҡортостан юлдарын йыйыштырыуға 700-ҙән ашыу техника йәлеп ителгән

Көндәр кинәт кенә һыуытып ебәрҙе һәм юл хеҙмәттәрҙе юғары әҙерлек режимына күсте.

Башҡортостан юлдарын йыйыштырыуға 700-ҙән ашыу техника йәлеп ителгәнБашҡортостан юлдарын йыйыштырыуға 700-ҙән ашыу техника йәлеп ителгән
Башҡортостан юлдарын йыйыштырыуға 700-ҙән ашыу техника йәлеп ителгән

Көндәр кинәт кенә һыуытып ебәрҙе һәм юл хеҙмәттәрҙе юғары әҙерлек режимына күсте. БР-ҙың Юл хужалығы идаралығында тәүлек әйләнәһенә ситуация үҙәге, «Приуралье» һәм «Башкиравтодор» ойошмаларының диспетчер хеҙмәттәре эшләй.

Бөгөнгә юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуға 700-ҙән ашыу берәмек техника йәлеп ителгән. Уларҙың 176-һы федераль әһәмиәттәге, 408-е төбәк әһәмиәтендәге һәм Өфө буйынса юлдарҙа 164 техника эшләй. Ҡатмарлы юл участкаларына 700-гә яҡын ҡом тултырылған йәшниктәр ҡуйылған.

- Ҡыш осоронда транспорт хәрәкәтен ойоштороу айырыуса контролдә. Юл хеҙмәттәре тәүлек әйләнәһенә эшләй. Иң тәүҙә юлды ҡарҙан таҙартабыҙ һәм боҙлауыҡҡа ҡаршы саралар менән эшкәртәбеҙ, - тип хәбәр итә  БР-ҙың Юл хужалығы идаралығы етәксеһе Артем Шамхалов.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас