Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноябрь 2022, 14:28

Бөгөн — Халыҡ-ара студенттар көнө

Күҙгә төртһәң дә Һелкенмәҫ керпек. Тәҙрәгә бағам Бер «түмәр» кеүек. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Бөгөн — Халыҡ-ара студенттар көнө
Бөгөн — Халыҡ-ара студенттар көнө

Рәмил ҠОЛ-ДӘҮЛӘТ

 

ЛЕКЦИЯЛА

Күҙгә төртһәң дә

Һелкенмәҫ керпек.

Тәҙрәгә бағам

Бер «түмәр» кеүек.

 

Йоҡо алдында

Зиһен баш эйә,

Ҡыш йөҙә, гүйә,

Ойоп ултырып

Яҙған лекция…

 

Ҡош-ҡорт эҙеләй

Теҙелгән хәреф,

Бауыры оҙон

Ҡыш һымаҡ дәрес.

 

Нотоғон уҡый

Һис бер туҡтамай,

Теңкәгә тейгән

Ҡарт доцент бабай.

 

Йонсоған күңел

Азатлыҡ даулай:

«Долой ҡарт бабай!

Тәнәфес давай!..»

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: