Шатлыҡлы, сөнки Надир ил алдындағы бурысын үтәргә әҙерләнә. Моңһоу - сөнки әле генә йүгереп уйнап йөрөгән, шаян шуҡ малайыбыҙ инде егет булып та өлгөргән, ти әбүбәкерҙәр. Ә инде егеттәребеҙҙе әрме сафына оҙатҡанда һәр ваҡыт моңһоулыҡ була икән ул. Иң мөһиме, һалдаттарыбыҙ иҫән - һау хеҙмәт итеп, тыуып үҫкән еренә шатланып, ашҡынып ҡайтһын! Буласаҡ һалдаттың ата-әсәһе, туғандары, дуҫтары үҙ фатихаларын биреп, үҙ бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтыуын теләнеләр. Ауыл старостаһы Рамаҙан Назаров хәйерле юл теләп, Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Лебедева Наталья Семеновна исеменән бүләк тапшырҙы.
Түҙемлек бир, Хоҙай һәммәбеҙгә,
Өмөт сатҡылары һүнмәһен.
Һалдат хеҙмәт итеп, кире ҡайтһын,
Һуғыш, михнәт кенә күрмәһен
тигән шиғыр юлдары менән тамамланды һалдатҡа оҙатыу кисәһе.