Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноябрь 2022, 10:13

55 йыл элек Өфөлә Салауат Юлаевҡа һәйкәл асыла

Салауат Юлаев һәйкәле 1967 йылдың 17 ноябрендә Өфө ҡалаһының көньяғында Ағиҙел йылғаһы буйындағы текә ярға ҡуйыла.  #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

55 йыл элек Өфөлә Салауат Юлаевҡа һәйкәл асыла
55 йыл элек Өфөлә Салауат Юлаевҡа һәйкәл асыла

Салауат Юлаев һәйкәле (Өфө)- башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа Өфөлә ҡуйылған һәйкәл 1967). Европалағы иң ҙур һыбайлы һәйкәле.

Ҡуйылған урыны ла бик уңышлы һайланған. Скульптор — Сосланбәк Тавасиев, Архитектор — Ғәйнетдинов Исмәғил Ғәли улы.

Өс йылдан һуң уның авторы Сосланбәк Тавасиев СССР Дәүләт премияһына, аҙ ғына һуңыраҡ Художество академияһының Алтын миҙалына лайыҡ була.

Был скульптура Рәсәйҙә иң ҙур ат статуяһы. Һәйкәлдең бейеклеге 9,8 метр, ауырлығы — 40 тонна

Салауат Юлаев һәйкәле — башҡорт халҡының һәм Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлек символын кәүҙәләндерә. Был һәйкәл Башҡортостандың визит карточкаһы, шулай уҡ һәйкәлдең һүрәте Башҡортостан Республикаһы гербында үҙәк элемент булып тора.

Салауат Юлаев һәйкәле янында батыр исемендәге майҙан бар.

 

"Башҡорт Википедияһы."

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: