Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ноябрь 2022, 21:40

Финанс мутлашыусылар нисек эшләй?

Рәсәй банкыһы - Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банктан файҙалы мәғлүмәт.

Финанс мутлашыусылар нисек эшләй?
Финанс мутлашыусылар нисек эшләй?

 

Ғәҙәттә, мутлашыусылар көнүҙәк мәғлүмәтте файҙалана һәм рәсми ойошмалар - власть органдары, хоҡуҡ һаҡлау ведомстволары, банктар һәм башҡаларҙың исеменән эш итә. 

 

Аферистар икәнен белеү өсөн ышаныслы 5 билдә: 

• улар үҙҙәре ҡорбан менән бәйләнешкә инә, беренсе булып шылтырата 

• аҡса тураһында һөйләйҙәр 

• шәхси мәғлүмәтте хәбәр итеүегеҙҙе һорайҙар 

• тыныслыҡты юғалталар 

• баҫым яһайҙар һәм ашыҡтыралар 

 

Аҡсағыҙҙы юғалтмаҫ өсөн, һәр тәҡдимде тәнҡит күҙлегенән ҡабул итергә, мәғлүмәтте ҡайтанан тикшерергә һәм финанс менән эш иткәндә бер ҡасан да ашыҡмаҫҡа кәрәк. 

 

Еңел аҡса табырға яратыусыларҙан һеҙгә «алдатҡыс» тәҡдимдәр булдымы? Банктың онлайн-сервистарын ышаныслы тип иҫәпләйһегеҙме? Банк хеҙмәттәренең хәүефһеҙлеге тураһында аноним һорау алыуҙа ҡатнашығыҙ http://www.cbr.ru/information_security/anketa/. 

Был 5 минут ваҡытты ала һәм Рәсәй банкыһына финанс хеҙмәттәренең хәүефһеҙлек кимәлен күтәреү буйынса саралар әҙерләүҙә һәм киберенәйәтселеккә ҡаршы көрәш мәсьәләһендә ярҙам итәсәк. Һорауҙарға яуап биреү 2022 йылдың 25 ноябренә тиклем дауам итә. 

 

Уяу булығыҙ. Әгәр ҙә мутлашыусылар шылтырата, тип уйлаһағыҙ, Рәсәй банкыһының ҡыҙыу бәйләнеш телефонына 300 номеры буйынса (кеҫә телефонынан шылтыратыу өсөн) мөрәжәғәт итегеҙ. Шылтыратыу бушлай. 

 

Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: