Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ноябрь 2022, 09:42

Бөгөн — йырсы Вәхит Хызыровтың тыуған көнө

Вәхит Ғәлибай улы Хызыров 1965 йылдың 16 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Таштимер ауылында музыкаль ғаиләлә тыуған.  #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Бөгөн  — йырсы Вәхит Хызыровтың тыуған көнө
Бөгөн — йырсы Вәхит Хызыровтың тыуған көнө

Хызыров Вәхит Ғәлибай улы (16 ноябрь 1965 йыл) — йырсы (лирик тенор). 1991 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының хор артисы, 1994 йылдан — хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-вокалисы, шул иҫәптән 2003—2004 йылдарҙа художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1991 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы, 1998—2013 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2001) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1999).

 

"Башҡорт Википедияһы."

Юлай Кәримов фотоһы.

 

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: