Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2022, 18:05

Радий Хәбировтың кәңәшсеһе нацистарҙың уты аҫтына эләккән

Ул башҡорт батальондарының рухи остаздары менән бергә хәрбиҙәрҙең хәлен белергә барған булған. 

Радий Хәбировтың кәңәшсеһе нацистарҙың уты аҫтына эләккән
Радий Хәбировтың кәңәшсеһе нацистарҙың уты аҫтына эләккән

Башҡортостан Башлығының хәрбиҙәр менән эш итеү буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов батальондарҙың рухи остаздары менән бергә бер ауылға яҡташтарыбыҙҙың хәлен белергә барған. Уларҙы хәрбиҙәрҙең береһе ҡаршы алырға тейеш булған. Әммә машинаны көткән арала нацистар ауылға һөжүм итә башлаған.

«Ҡапыл абайламай ҙа ҡалдыҡ, беҙҙең ауылда шартлау яңғыраны. Ап-аҡ төтөн күтәрелде. Был Хаймерс түгеллеген аңланыҡ — көсһөҙөрәк миномет. Беҙҙе ҡаршы алырға тейешле «оҙатыусы»ны егерме минут тирәһе көткәнбеҙҙер. Шартлауҙар тағы ла яҡынайҙы. Шул мәлдә беҙҙең янға батальондың «Урал» машинаһы килеп туҡтаны. Хәрби кабинанан беҙгә: «Ҡасығыҙ бынан! Минометтар, йөҙ егермелек менән аталар шикелле!» — тип ҡысҡыра. Ул ишекте япты ла ары китте», — тип яҙа Виктор Иванов.

Һөҙөмтәлә башҡорт хәрбиҙәре менән осрашыуҙы икенсе ваҡытҡа күсерергә тура килгән.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: