Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2022, 17:22

Минскиҙа башҡорт ҡымыҙы етештерелә башлауы ихтимал

Белоруссияның Минск ҡалаһында «ПродЭкспо-2022» халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе старт алды.

Минскиҙа башҡорт ҡымыҙы етештерелә башлауы ихтимал
Минскиҙа башҡорт ҡымыҙы етештерелә башлауы ихтимал

Белоруссияның Минск ҡалаһында «ПродЭкспо-2022» халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе старт алды. Сарала БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Республикабыҙҙа аҙыҡ-түлек етештергән компаниялар уртаҡ стенд менән ҡатнаша. Улар бал, төрлө эсемлектәр һәм ит тәмлекәстәре тәҡдим итәсәк.

– Башҡортостан һәм Беларусь ауыл хужалығы өлкәһендә әүҙем хеҙмәттәшлек итә, айырыуса ауыл хужалығы техникаһы, малсылыҡ ҡоролмалары оҙатыу буйынса. Республикалар ауыл хужалығы продукцияһын, биологик препараттар ташыу буйынса яҡшы үҫешә. Күргәҙмә барышында беҙ бәйләнештәрҙе нығытырға һәм хеҙмәттәшлек итеү өсөн яңы йүнәлештәр табырға ниәтләйбеҙ, - ти Илшат Фәзрахманов.

Башҡортостандың стенды иң уңышлыларының береһе. Уны Белоруссияның ауыл хужалығы министры Игорь Брыло ҡараған.

Бөгөнгә белорус компаниялары вәкилдәре менән аҙыҡ-түлек етештереү буйынса килешеүҙәр төҙөлә. Күптәр башҡорт ҡымыҙын, балын һәм ит тәмлекәстәрен тәмләп ҡараған һәм һатып алған. Шулай уҡ белорустарҙа «Экопродукт» предприятиеһы етештергән ҡоро бейә һөтө ҡыҙыҡһыныу уятҡан. 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: