Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2022, 16:00

Көйөргәҙелә «Төньяҡ амурҙары»на стела асылды

Таймаҫ ауылында ҙур ваҡиға.

Көйөргәҙелә «Төньяҡ амурҙары»на стела асылды
Көйөргәҙелә «Төньяҡ амурҙары»на стела асылды

Көйөргәҙелә 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙарын иҫкә алыу сараһы үтте. Таймаҫ ауылында башҡорт батырҙарына арналған стела асылды. Көйөргәҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов һөйләй.

- Таймаҫ ауылында ҙур ваҡиға. 1812 йылғы Ватан һуғышындағы еңеүгә ике быуаттан ашыу ваҡыт үтте. Әммә беҙ тарихыбыҙҙы онотмаҫҡа, хөрмәт итергә һәм һаҡларға бурыслыбыҙ. Сарала ауыл халҡы, ветерандар, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге класс уҡыусылары ҡатнашты. Шуны билдәләргә кәрәк, был ауылдан яуҙа йөҙгә яҡын кеше ҡатнашҡан. Стела ауыл халҡының башлағысы менән ҡуйылды. Башҡорт ерендә бик күп батырҙар тыуған, беҙ уларҙың исемдәрен һәм эштәрен һаҡларға, йәш быуынға еткерергә тейешебеҙ, - ти Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов.

 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: