Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2022, 12:50

«Боярд» компанияһы ҡалдыҡһыҙ производство системаһын булдырған

«Уфимский» индустрия паркы резиденты экология стандарттарына ярашлы эшләй.

«Боярд» компанияһы ҡалдыҡһыҙ производство системаһын булдырған
«Боярд» компанияһы ҡалдыҡһыҙ производство системаһын булдырған

«Уфимский» индустрия паркы резиденты - мебель етештергән «Боярд» компанияһы ҡалдыҡһыҙ производство системаһын булдырған. Был башланғысты тормошҡа ашырыу өсөн компания барлыҡ экологик стандарттарға яуап биргән юғары технлогиялы ҡоролма һатып алған.

- Быйыл «Уфимский» индустрия паркы пилот проекты башланы. Экология һәм социаль сәйәсәт стандарттарына ярашлы эшләйәсәкбеҙ, был төбәктең инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Компания зыянлы ҡалдыҡтарҙы кәметәсәк, производство процестарын яҡшыртасаҡ, - ти БР Үҫеш корпорацияһы директоры Наил Ғәббәсов.

Әле предприятие үҙе етештергән ҡалдыҡтарҙы эшкәртә башларға, уларҙан мебель комплекттары һәм әйберҙәре яһарға ниәтләй. Яҡын киләсәктә ойошма башҡа мебель предприятиеларының ҡалдыҡтарын эшкәртеүгә ҡабул итәсәк, экология тенденцияларын әүҙемләштерәсәк.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: