Башҡортостан һәм Татарстан араһындағы административ-биләмә сиген тасуирлау буйынса документтар Росреестҙа тикшереү үткән. Бөгөн сиктәр Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индерелгән.
«Сиктең аныҡ координаталарын билдәләү ер мәсьәләләрен һәм бәхәстәрен булдырмаясаҡ, ер ресурстары менән идара итеүҙе еңелләштерәсәк», - тип белдерҙе Башҡортостандың Росреестр идаралығы етәксеһе Петр Клец.
Башҡортостандың 29 муниципалитеты Татарстан сигендә урынлашҡан. Сиктең дөйөм оҙонлоғо - 498 саҡрым. Сикте билдәләү төбәктәрҙең майҙанын һәм конфигурацияһын үҙгәртмәгән.
Бөгөнгә шулай уҡ Башҡортостандың Пермь крайы (2018), Свердловск өлкәһе, Удмурт республикаһы, Силәбе өлкәһе (2021) менән сиктәре лә аныҡланған. Әлегә Ырымбур өлкәһе менән эш дауам итә.