Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2022, 12:12

Башҡортостан генерациялау компанияһы йылылыҡ миҙгеленә әҙерлек паспорты алған

 

Башҡортостан генерациялау компанияһы йылылыҡ миҙгеленә әҙерлек паспорты алған
Башҡортостан генерациялау компанияһы йылылыҡ миҙгеленә әҙерлек паспорты алған

Рәсәйҙең Энергетика министрлығы 2022-2023 йылғы йылылыҡ миҙгеленә Башҡортостан генерациялау компанияһының әҙерлеген раҫлаған.

— Башҡортостан генерациялау компанияһы иң тәүгеләрҙән булып йылылыҡ электростанцияларын яңырта башланы. 8 турбина һәм 5 генератор модернизацияланасаҡ. Предприятие артабан да КОММод программаһында ҡатнашыуын дауам итәсәк. Модернизация объекттарға 20-25 йыл аварияһыҙ эшләй аласаҡ, – тип белдерҙе сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Генерациялау компанияһының объекттарында йылылыҡ миҙгеленә әҙерлек штат режимында бара. Компания хеҙмәткәрҙәре һәм подрядсы ойошмалар көсө менән Ҡарман, Затон, Өфө, Стәрлетамаҡ, Яңы Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай йылылыҡ ТЭЦ-тары һәм Йомағужа ГЭС-ы ремонтланған. Электр станциялары өсөн кәрәкле яғыулыҡ резервы булдырылған. 

— Беҙҙең алдыбыҙҙа йылылыҡ миҙгелендә электр станцияларында аварияһыҙ эште тәьмин итеү бурысы тора. Компания коллективы мәсьәләләрҙе йырып сыға алыр, белемдәребеҙ һәм тәжрибәләребеҙ беҙгә миҙгелде уңышлы тамамларға булышлыҡ итер тип ышанам, - тип хәбәр итәләр Башҡортостан генерациялау компанияһынан.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: