Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь 2022, 08:13

Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы буласаҡ

Был хаҡта ҡала мэры Ратмир Мәүлиев белдерҙе.

Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы  буласаҡ
Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы буласаҡ

«Өфө – ҙур ҡала, балалар ҙа бик күп. Ҡунаҡтар ҙа күп килә. Был Ҡыш бабайға барып, тейешле бүләктәр алыу мөмкинлеге лә булһын өсөн эшләнә. Һис шикһеҙ, балалар өсөн байрам. Бөгөн беҙ урынлаштырыу урынын билдәләйбеҙ», – тине ул.

 Ҡыш бабай резиденцияһы 25 декабрҙән 14 ғинуарға тиклем эшләйәсәк. Шулай уҡ Өфөгә ысын Ҡыш бабайҙы ла алып килергә теләйҙәр. Әлеге ваҡытта Бөйөк Устюг менән һөйләшеүҙәр алып барыла, тип белдерҙе Өфө мэры.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: