Бынан алда Өфөнөң Чебоксар урамында һыуҙың ошондай төҫкә инеүе күҙәтелгәйне. Бөгөн Дим районындағы «Урман аҡланы» баҡсасылыҡ ширҡәтендә ошондай уҡ хәл теркәлгән. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тикшереү үткәрә.
«Тикшеренеү һөҙөмтәһендә йырындағы һыуҙың йәшел төҫкә инеүе асыҡланған. Һыу төбөндә бер ниндәй ҙә матдәләр, специфик еҫ юҡ. Һыуҙың төҫө үҙгәреүе 500-700 метр дауамында күҙәтелә. Балыҡ юҡ, — тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Анализ һөҙөмтәләре һуңыраҡ билдәле буласаҡ.