Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь 2022, 18:30

«Экодиктант» яҙғың киләме?

11 – 27 ноябрҙә Рәсәйҙә йыл һайын «Экодиктант» акцияһы үтә. Унда офлайн, онлайн форматта ла ҡатнашырға мөмкин.

«Экодиктант» яҙғың киләме?
«Экодиктант» яҙғың киләме?

Был проект экологияны популярлаштырыуға, экологик аңлылыҡты арттырыуға, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тураһында белем туплауға йүнәлтелгән. Былтыр акцияға Рәсәйҙең 85 төбәгенән 3,4 миллиондан ашыу кеше һәм сит 105  илдән 4 меңдән ашыу кеше ҡушылған.

«Экодиктант» Арктика, Байкал күлен һаҡлау, климат, урман, тотороҡло үҫеш, ҡалдыҡтар, йәшел финанстар, ҡурсаулыҡ биләмәләре, һыу, флора һәм фауна, һауа, энергетика, тәбиғәттә янғын хәүефһеҙлеге һәм башҡа темаларҙы үҙ эсенә ала. Быйыл экодиктант.рус порталы «ЭкоКарьера» бүлеге менән тулыланаҡ.

Акцияға экодиктант.рус рәсми сайтында ҡушылырға мөмкин.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: