Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноябрь 2022, 19:30

СВО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларын уҡыу осоронда ятаҡтарҙа урын менән тәьмин итәсәктәр

Был ярҙам сараһы юғары һәм урта һөнәри белем алған студенттарға ҡағыла.

СВО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларын уҡыу осоронда ятаҡтарҙа урын менән тәьмин итәсәктәр
СВО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларын уҡыу осоронда ятаҡтарҙа урын менән тәьмин итәсәктәр

БР Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы һөнәри белем биреү ойошмалары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына өҫтөнлөклө тәртиптә дөйөм ятаҡтарҙан урын бирәсәк.

Ташлама менән файҙаланыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

 

Студентҡа йәки уның ата-әсәһенә (законлы вәкиленә) белем биреү ойошмаһына ғариза менән бергә хәрби комиссариаттан алынған һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының статусын раҫлаған белешмә, уның паспортының күсермәһен тапшырырға кәрәк. 

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн мәғариф өлкәһендәге ярҙам саралары буйынса һорауҙарығыҙ бармы? Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының ҡыҙыу линия телефонына шылтыратығыҙ:

7 (347) 292-11-52.

Эш ваҡыты - эш көндәрендә сәғәт 9.00-ҙан 18.00 сәғәткә тиклем, тәнәфес 13.00 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем.

 

Махсус чат-ботта хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә Башҡортостанда тағы ниндәй социаль ярҙам күһәтелеүе хаҡында түбәндәге һылтанма буйынса кереп ҡарағыҙ:

https://t.me/MPodderzhkiBashkortostanBot

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: