Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноябрь 2022, 16:00

Бүздәктәр ҙә «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» проектында ҡатнашҡан

«Башҡортостанда  оҙон ғүмерлелек» проекты оло йәштәгеләрҙең сәләмәтлеген нығытыуға, социаль әүҙемлек осорон оҙайтыуға йүнәлтелгән. Унда ҡатнашыусылар күбәйгәндән-күбәйә бара. Бүздәк районынан хаҡлы ялдағы өлкәндәр ҙә был проектта ҡатнашып, Бөрө ҡалаһына сәйәхәткә барып ҡайтҡан. Был хаҡта Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев хәбәр итә.

Бүздәктәр ҙә  «Башҡортостанда  оҙон ғүмерлелек» проектында ҡатнашҡан
Бүздәктәр ҙә «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» проектында ҡатнашҡан

– Тур Бөрө ҡалаһындағы  тарихи музейҙы ҡарауҙан  башланды. Ул II быуаттан алып тарихи осорҙо үҙ эсенә ала, бер нисә залдан тора. Беҙҙең хаҡлы ялдағы ололар ағас ҡәлғә макеты менән танышып, сауҙагәр йәрминкәләре һәм XIX быуат аҙағындағы йорттарҙың парад залдарын ҡараған, XIX – XX быуаттағы  кәсептәр менән танышҡан.

 Һуңынан экскурсовод проектта ҡатнашыусыларҙы ҡаланың үҙәк өлөшөнә алып барған. Ошонда уҡ Изге Троицк соборы –  ҡаланың төп дини үҙәге һәм ғорурлығы урынлашҡан. Бөрө ҡалаһына нигеҙ һалынған ерҙә урынлашҡан ғибәҙәтханала ла булғандар, – тип яҙа ул «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһендә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: