Бер кәнсә (канцелярия) хеҙмәткәре урамға сыҡҡан да, ҙур майҙандың теге яғында ултырған император һарайына ҡарап, үҙ алдына былай тип һөйләнгән, имеш:
– Ниңә мин батша ғаиләһендә тыуманым икән, яҙмышым шундай ябай булыр ине...
Һәм төҙөлөш эштәре барған майҙан буйлап ары киткән. Ә майҙанда төҙөүселәр шаҡ та шоҡ килеп, нимәлер ҡаға, быса, юна, ти. Шундағыларҙан береһе:
– Их, ниңә атайымды тыңламаным икән? Ул бит миңә, балам, уҡы, тип гел тылҡып торҙо. Хәҙер анау яҙыу-һыҙыу менән булған кеше кеүек көн буйы еңел эш менән шөғөлләнер инем... – тип уйлаған, майҙан буйлап ҡултыҡ аҫтына бер ҡосаҡ папка тығып китеп барыусы кәнсә хеҙмәткәрен күреп.
Был ваҡытта киң һәм ҙур тәҙрәһе төбөнә император ҙа килеп баҫҡан. Ул эшселәрҙе, урам буйлап үтеп барыусыларҙы, һатыусыларҙы, балаларҙы һәм өлкәндәрҙе оҙаҡ күҙәтеп торған.
– Рәхәтләнеп урамда йөрөүсенең, физик эш менән шөғөлләнеүселәрҙең, үҙ теләге менән ниндәйҙер шөғөлдә булыусыларҙың, хатта урам берәҙәгенең тормошо ҡалай ҙа ябай. Береһенә лә ҡатмарлы мәсьәләне хәл итергә, сәйәсәт тураһында уйларға кәрәкмәй, – тип көнләшеп ҡараған ул мөһабәт һарай тәҙрәһенән.
Шулай, кемгәлер кемдеңдер йәшәйеше ябай күренәлер...
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.