Сараны ябыу тантанаһында республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов ошо сараның әһәмиәтен билдәләне һәм мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың сәләмләүен уҡып ишеттерҙе.
– Был ваҡиға районыбыҙҙың мәҙәни кимәлен күтәрә, иң мөһиме, милләт-ара бәйләнештәрҙе нығыта. «Оҙон көй» конкурсы мәҙәни киңлектең айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелде, яңы таланттар аса. 1996 – 1997 йылдарҙа – район, зона, унан төбәк-ара статусын алған конкурстың авторы һәм ойоштороусыһы - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының беренсе рәйесе Сәхи Хисмәтуллин, – тип билдәләне Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов.
Быйыл конкурсҡа Сәхи Хисмәтуллин исеме бирелде. Бәйгелә республикабыҙҙың 20 район һәм 3 ҡалаһынан, шулай уҡ Татарстан республикаһынан һәм Силәбе өлкәһенән барлығы 65 конкурсант ҡатнашты.
Иң йәш ҡатнашыусы - Туймазы районынан 7 йәшлек Шамил Ғабдуллин, иң өлкәне - Әлшәй районынан 79 йәше тулған Шәкир Зарипов.
16 – 60 йәшлектәр араһында – Фәннур Аралбаев (Баймаҡ районы) һәм Нәғим Нуриманов (Күгәрсен районы); 60 йәштән өлкәндәр араһында Рәлиә Әйүпова (Дәүләкән районы) еңеүсе булды. II – III дәрәжә лауреаттары, номинацияларҙа махсус приздарға лайыҡ булыусылар ҙа билдәләнде.
Конкурс һәләтле халыҡ йырсыларын асыҡлауға һәм пропагандалауға, оҙон көйҙө башҡарыу традицияларын тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә, урындағы башҡорт йыр фольклорын тергеҙеүгә йүнәлтелде. Уны Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Туймазы районы хакимиәте ойошторҙо.
Фото: Т. АМАНОВ.