БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында фейк хәбәрҙәргә асыҡлыҡ индерҙеләр.
Бөгөнгә «Көнсығыш сығыу юлы» объектында 2319 кеше һәм 267 берәмек төҙөлөш техникаһы һәм ҡоролмаһы эшләй. Бөтә эштәр ҙә график буйынса бара. Әлеге ваҡытта объекттың тоннелендә тау ҡаҙыу эштәре бара, шулай уҡ күпер төҙөлөшө дауам итә. Эштәр тотҡарлыҡһыҙ штат режимында башҡарыла. Видеола эшселәрҙең ямғыр мәлендә япма аҫтында тороуы күренә, уның янындағы бинала тоннелгә инеү өсөн кейем һәм экипировка бирелә.