15 ноябрҙә Донбассҡа ҡуҙғаласаҡ гуманитар ылауҙа УАЗ автомобиле лә бар. Уны Башҡортостандың студент төҙөлөш отрядтары ветерандары әле Луганскиҙа эшләгән республикабыҙ табиптары ихтыяждары өсөн һатып алған. Кисә транспорт гуманитар ярҙам йыйыу буйынса логистик үҙәккә тапшырылды.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин әйтеүенсә, УАЗ автомобилен һатып алыу идеяһы 29 октябрҙә Башҡортостандың студент төҙөлөш отрядтары ветерандары слетында барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ УАЗ һатып алғандан ҡалған аҡсаға кәрәкле дарыуҙар һәм медицина ҡорамалдары алыныуы хаҡында хәбәр иткән. Улар машинаға һалып ебәреләсәк.
«Төҙөлөш отрядтары ветерандарының башланғысы бик кәрәкле. Автомобиль Донбасста йәрәхәтләнеүселәрҙе һәм ауырыуҙарҙы дауаханаға ташыу өсөн кәрәк. Машинаға дарыуҙар, яраны бәйләү материалдары, носилкалар, транспорт шиналары тейәлде», – тип белдерҙе медицина фәндәре докторы, профессор Вил Тимербулатов.
Әйткәндәй, Вил Тимербулатов октябрҙә Красный Луч ҡала дауаханаһында эшләп ҡайтҡайны. Унда ул бер нисә ҡатмарлы операция яһаны.