Чудов Максим Александрович (12 ноябрь 1982 йыл) — спортсы. Биатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2008). Өс тапҡыр донъя чемпионы, Ванкуверҙағы 2010 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында эстафетала бронза миҙал яулаусы. 2004—2013 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (2010), Халыҡтар дуҫлығы ордены (2010) кавалеры.
Юлай Кәримов фотоһы.