Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында йәшәүселәр халҡыбыҙ йолаларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә күп көс һала. Йыл һайын тиерлек бында ҡаҙ өмәһе үткәрелеп килә.
«Бөгөн Хәжәр апайҙың йортонда ҡаҙ өмәһе үткәрҙек. Туған-тыумасабыҙ менән дәррәү йыйылып, изге теләктәр менән эшкә тотондоҡ.
Ауыл халҡы элек-электән берҙәм, Аллаға шөкөр. Һәр кемдең ҡулы оҫта: ҡатындар ҡаҙҙы ҡаҙандағы эҫе һыуға тығып, йөнөн йолҡоп, эсен таҙалаһа, ирҙәр өтөп торҙо. Йолаға ярашлы, Йылайыр йылғаһы буйына теләктәр теләй-теләй төшөп, сайҡатып алып ҡайттыҡ. Ҡаҙ ите тәмле, татлы булһын өсөн уны таҙартып бөткәс тә ныҡ итеп тоҙлап, бер көнгә һеңдерергә ҡалдыралар. Иртәгәһенә полиэтилен тоҡсайҙарға һалып туңдырғысҡа урынлаштыралар», – тип хәбәр итә Ҡашҡар ауылының мәҙәниәт һәм ял үҙәге мөдире Зарифа Юламанова.
Мәғлүмәт "Ҡоролтай"ҙан алынды.