Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноябрь 2022, 12:54

Йылына 10 миллион бирсәткә

«Алға» махсус иҡтисади зонаһында яңы цех асылды.

Йылына 10 миллион бирсәткә
Йылына 10 миллион бирсәткә

– «Алға» махсус иҡтисади зонаһы урынында ҡасандыр ҡола ялан һәм сиҙәм ине. Хәҙер бында заманса цехтар, беҙҙең резиденттар ең һыҙғанып эшкә тотондо. Беҙ улар өсөн шарттар булдырабыҙ. 

Бөгөн «Алға» биләмәһендә тағы бер производство асылды. «Аркада» үҙенең икенсе цехын төҙөп бөттө һәм йылына 10 миллион бирсәткә етештерәсәк.

Махсус иҡтисади зонала беҙ тағы ла бер производство ебәрәбеҙ – дизель яғыулығы өсөн цетан арттырыу ҡушымталары етештерелә башлай. 

Инвестиция 9,5 миллиард һум тәшкил итә. 2024 йылға илебеҙ сеймалы менән файҙаланған юғары технологиялы компания әҙер буласаҡ. 20 эш урыны булдырыласаҡ. Продукция нефть етештереүсе сит ил компанияларына оҙатыласаҡ.

«Алға» үҙенең ҡеүәттәрен арттыра. Яңы резидент – бер аҙым алға. Алда тағы ла бер нисә проект. Һәр яңы асылған предприятие – төбәктең иҡтисадын нығытыу, бюджетҡа һалым һәм яңы эш урындары.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: