Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноябрь 2022, 23:02

Ғәрип ир СВО-ла ҡатнашырға теләй

Яҡташыбыҙ Оборона министрлығынан рөхсәт алыу өсөн палатка ҡороп яланда йәшәргә әҙер.

Ғәрип ир СВО-ла ҡатнашырға теләй
Ғәрип ир СВО-ла ҡатнашырға теләй

Яҡташыбыҙ Михаил Петров ирекмән булып СВО-ға барырға теләй. Ул һалдаттарҙы танк йөрөтөргә, техника һәм радиоаппаратура йүнәтергә өйрәтмәксе. БР хәрби комиссариаты ирҙе Ростов өлкәһенә хәрби әҙерлек урынына ебәргән. Дивизия командиры алырға әҙер булыуын белдергән, әммә табиптар рөхсәт бирмәгән.

Хәл иткес яуапты Оборона министрлығы әйтәсәк. Петров уны ҡунаҡханала көтә. Тиҙҙән ирҙең ҡуртымға бүлмә алыу өсөн аҡсаһы бөтәсәк, әммә ул бирешеп ҡалырға теләмәй. Хәрби часть янында палатка ҡороп йәшәргә әҙер.

«Был минең өсөн сираттағы һынау. Мин бирешмәйәсәкмен. Минең кеүек, инвалид булыуға ҡарамаҫтан, хеҙмәт итергә теләгәндәр бик күп», - ти ул.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: