Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноябрь 2022, 11:30

Өфөлә бер юлы өс сәнәғәт күргәҙмәһе үтәсәк

16 - 18 ноябрҙә Өфөлә «ВДНХ ЭКСПО» майҙансығында «Машина төҙөү», «Тимер эшкәртеү» һәм «Өфөнөң инновациялы мөмкинлектәре» күргәҙмәләре ойошторола.

Өфөлә бер юлы өс сәнәғәт күргәҙмәһе үтәсәк
Өфөлә бер юлы өс сәнәғәт күргәҙмәһе үтәсәк

— Республикабыҙҙың машина төҙөү комплексы –  ул авиатөҙөлөш, ҡоролмалар етештереү, автомобиль һәм автокомпоненттар төҙөү. Башҡортостан тағылмалар һәм ярымтағылмалар етештереүҙә алдынғыҡты бирмәй, таль һәм күтәргестәр етештереү буйынса өсөнсө урында, автобустар сығарыу дүртенсе. Күргәҙмәлә проекттар тәҡдим ителәсәк, - тип хәбәр итә БР-ҙың энергетика һәм сәнәғәт министры Александр Шельдяев.

Өфөләге күргәҙмәлә илебеҙҙең 11 төбәгенән һәм Белоруссиянан компаниялар үҙҙәренең заманса проекттарын, ҡорамалдарын һәм приборҙарын тәҡдим итәсәк. Улар араһында 11 предприятие ҡатнаша. Күргәҙмә биш мең квадрат майҙанда ҡорола һәм металлургия цехының эшен сағылдырасаҡ.

Өс көндә төрлө эшлекле саралар үткәрелә, «Башҡортостандың 100 иң яҡшы тауары» конкурсы еңеүселәре билдәләнәсәк, йәш сәнәғәтселәр клубы ултырышы уҙасаҡ.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: